Четверг
02.05.2024
09:40
Категории раздела
Мои статьи [1]
Вход на сайт
Поиск
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 29
Друзья сайта
  • ОПРБ
  • Баймак.ру
  • bashqort.com
  • bashklip.ru
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0
    Мой сайт
    Главная » Статьи » Мои статьи

    роль проектной технологии на уроках башкирской литературы

    Уҡыусыларҙа әҙәби әҫәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙә проект  технологияһының роле.

     

    Авторы: Баймаҡ  ҡалаһы 3-сө  һанлы урта  мәктәбе уҡытыусыһы Сирғәлина Ф.М.

     

         Әҙәби әҫәр аша бала үҙен уратып алған донъяны өйрәнә, тирә-яҡ мөхит тураһында мәғлүмәт ала. Әҙәбиәт дәрестәре иһә балала  әҙәби уҡыуға теләк тәрбиәләргә бурыслы. Хәҙерге заман технологияларының    ҡыҙыу үҫеше, үкенескә ҡаршы, уҡыусыларҙың әҙәбиәткә ҡарашын ҡырҡа кире яҡҡа табан үҙгәртә, йәш быуындың әҙәбиәткә ылығыуын бермә-бер кәметә. Шул арҡала үҫеп килгән быуындың теле ярлы, уҡыу техникаһы үҫешмәгән булыуы, фекерләү кимәленең бер яҡлы,  ә иң  үкенеслеһе, кешелектең донъя ҡиммәттәренә ҡарата быуаттар буйына һалынған ҡараштарының көндән-көн көсөргәнешле үҙгәрә барыуы тел уҡытыусыларын, әлбиттә, ҙур борсоуға һала.

         Мәктәптәргә тәғәйенләнгән хәҙерге башҡорт әҙәбиәте программаһы буйынса балаларҙа  нәфис әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ әҫәрҙәр исемлеге етерлек  дәрәжәлә. Башҡорт халҡының билдәле әҙиптәре Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Ноғман Мусин ижадтарын уҡыусылар яратып өйрәнәләр,  әҫәрҙәрен  йотлоғоп уҡыйҙар. Рухи хазиналар донъяһы булған әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү бурысы  мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта  ҡатмарлы мәсьәлә. Уның сере  -фәҡәт эҙләнеүҙәр талап иткән мауыҡтырғыс эштәр !  Уҡыусыны әҙәбиәткә нығыраҡ арбау  өсөн уны компьютерҙан көсләп айырырға түгел, ә бергәләп заман техникаһы менән  донъя гиҙергә, яңы асыштар яһарға ылыҡтырыу мөһим.

         Дәрестәрҙә проект технологияһын ҡулланыу  ана шундай ыңғай һөҙөмтәләр биреүсе эш төрҙәренең береһе. Был йәки теге тема буйынса дәрескә әҙерлек барышында  уҡыусыларҙа иң тәү сиратта ярыш сәме һәм балаларҙың класташтары  алдында яуаплылыҡ тойғоһо уятыу бик мөһим. Бының өсөн класты  бәләкәй төркөмдәргә бүлеү кәрәк.Һәр төркөмдөң етәксеһен билдәләү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә (был эш балаларҙың лидерлыҡ сифаттарын үҫтереүгә  булышлыҡ итә). Уҡытыусы предмет–ара бәйләнеште иҫәптә тотоп, һәр төркөмгә эҙләнеү эше бүлеп бирә:Техник төркөмгә презентация эшләү, компьютерҙа тексты баҫыу эше йөкмәтелә.  Информацион төркөмгә  Интернет селтәренән һәм китапхананан кәрәкле мәғлүмәттәр туплау йөкмәтелә. Ижади төркөм   уҡытыусы менән берлектә дәрестең сценарийын әҙерләй. Дәрестә эштәрҙе уҡыусылар баһалай. Улар ижади эштәрҙең тулы асылыуына, үҙенсәлегенә,  презентацияның сағыулығына, һорауҙарға алынған яуаптарҙың тулылығына  иғтибар итәләр.Мәҫәлән, 9-сы синыфта  “ Урал батыр ” ҡобайырын өйрәнгәндә уҡыусылар бик ҡыҙыҡлы проект эше төҙөнөләр: синыфтағы бәләкәй төркөмдәр үҙҙәрен тел белгестәре, географтар һәм тарихсылар итеп хис иттеләр. Өс төркөм эпосты өскә бүленеп, төрлө яҡлап өйрәнде, тарихи мәғлүмәттәргә лә иғтибар бүлде, география дәрестәренән алған белемдәрен файҙаланып, уҡыусылар алыҫ Америка ерендәге данлы Амазонка буйҙарын да картанан эҙләп тапты. Ғалимдар  иҫбатлауынса,  «Урал батыр» эпосында кешелекте   ҡыҙыҡһындырған бик күп  һорауҙарға  яуап  табырға  була: мәҫәлән, кешеләр борон-борондан ҡайҙалыр бик  алыҫта,ер-һыуы бай, халҡы  тигеҙ, үҙҙәре  гел рәхәттә генә йәшәгән ил-ерҙе табыу тураһында  уйланғандар,  уны  эҙләп табырға йәки ана шундай  илде  ҡороп  ебәрергә ине  тип тә  хыялланғандар. Халҡыбыҙҙың был хыялы тураһында «Урал батыр» ҙа ла  һөйләнелә. Эпоста Самрау ҡош батшалығы тигән ил бар:      

    Бергә йәшәп, дуҫ булып,

                Самрау ҡошҡа баш эйеп,

                Ҡан да эсмәй, ит еймәй,

                Һис үлемгә юл ҡуймай

                Йәшәп килгән бер ил бар;

                Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ

                Ҡыла торған йола бар.

         Самрау илендә халыҡ байманда- иректә,  ҡайғы-этлек күрмәйенсә, гел рәхәттә йәшәй икән. Өлкәне лә, йәше лә, бер әсәнән  тыуғандай  татыуҙар, дуҫ-туғандар,  бар байлыҡтары,  тапҡан-таянғандары  уртаҡ, ти.  Был илдең атамаһына ла символик мәғәнә һалынған. Самрау - ҡош иле,  тимәк, бәхет иле. «Птица счастья» тигән төшөнсә рус телендә лә бар. Халыҡтың идеалы булып иҫәпләнгән донъя, ысынлап та, бармы икән? Уҡыусыларға тәғәйенләнгән проект эҙләнеү эше ошо һорауға яуап эҙләү ине. Был һорауға яуап эҙләп, балалар ғилми хеҙмәттәр  уҡыны,  интернет селтәре буйлап “сәйәхәт” ҡылды.Улар ҡобайырҙың йөкмәткеһенә ҡат-ҡат әйләнеп ҡайттылар.  Тикшеренеүселәрҙең иғтибарын, Интернет селтәренән табылған ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, америка ғалимы, тел белгесе Д. Эверест йәлеп итте.  Ул-   Амазонка буйҙарында йәшәгән  Пираха  исемле  ҡәбилә тормошон өйрәнеүсе ғалим булараҡ билдәле шәхес. Д.Эверест  тапҡан аҙ ғына һанлы Пираха халҡы уҡыусылар  эҙләгән донъялағы иң бәхеле кешеләр булып сыҡты. Пираха халҡының тел төҙөлөшө бик үҙенсәлекле  һәм  шул уҡ   ваҡытта  бик ябай ҙа икән. Ул телдә ҡылымдың тик хәҙерге заманы ғына бар. Бындағы кешеләр  тик хәҙерге заман ҡылымын ғына ҡулланалар, шуға күрә үҙҙәре лә бөгөнгө көн менән генә йәшәйҙәр булып сыға: улар кисәге  эштәре өсөн эстәре бошмай, ә иртәгәне уйламайҙар.  Сөнки Амазонка кешеләре ҡылымдың  тик хәҙерге заман формаһын ғына беләләр. Ҡәбилә халҡы шулай уҡ сифат, һан төшөнсәһен дә белмәй.  Уларға  донъяны  һанау,  төҫтәргә бүлеүҙән   бигерәк, уны күреү, тойоу мөһимерәк! Тормошта, тимәк, иҫәпләү түгел, ә матурлыҡты тоя һәм күрә белеү ҙә етә икән кешегә.

         Ә бына һан төшөнсәһенә килгәндә инде, Пираха өсөн бары тик күп һәм әҙ төшөнсәһе генә бар.

         Ғалим  Эверест  иҫбатлауынса,  был кешеләр  араһында  эскеселәр  ҙә, үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа юҡ. Сөнки һәр кеше үҙ тормошонан  ҡәнәғәт, берәү ҙә бер кемдән дә , киләсәктән дә ҡурҡмай.  Миссионер  Эверест, Пираха халҡын христиандарға әйләндереү урынына, үҙе лә диненән баш тартып, ҡайтып китергә мәжбүр   була. Уҡыусыларҙың асышы шул булды:  бәхетле Самрау иле, идеаль донъя бар! Ҡайғы-этлекте белмәгән, барыһы тигеҙ һәм рәхәт йәшәгән кешеләр хәҙер Амазонкала  булып сыға.  Халыҡ бик күптәнән хыялланған бәхетле  донъя,  тимәк, аҡсаға, етеш,  туҡ тормошҡа   ҡоролмаған.  Ә сер тик ябай ғына нәмәлә- тел төҙөлөшөндә.

         Әлбиттә, был проект эше балаларҙа  әллә  ҡайҙағы  ҡырағай халыҡҡа  маҡтау яуҙырыу өсөн төҙөлмәне. Үткәнен белмәгән, киләсәген ҡайғыртмаған ҡырағай кешеләрҙең гел көләс йөҙлө, һәр көнө бәхетле булыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына аралашыу ҡоралы булған телдең  ана  ниндәй  иҫ  киткес көскә эйә булыуын аңлау мөһим, был,һис һүҙһеҙ,  уҡыусыларҙы таң ҡалдырҙы:бәхет нигеҙе материаль байлыҡта түгел, ә тел төбөндә икәненә улар төшөндөләр. Балалар төҙөгән презентация, тел төҙөлөшөнә ҡағылған сағыштырыу эштәре, “Урал батыр” тураһында яҙылған тиҫтәләрсә мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү-мауыҡтырғыс әҙәбиәт донъяһына ҙур һуҡмаҡ асты.

         Ошондай проект эштәре Ғәлимов Сәләм, Дауыт Юлтый, Һәҙиә Дәүләтшина , Мостай Кәрим ижадтарын өйрәнгәндә лә  башҡарылды. Ул   әҙәбиәт уҡыуҙы йәнләндерҙе, уны мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеүгә булышлыҡ итте.

     

     

     

     .

    Категория: Мои статьи | Добавил: AZ (08.06.2015)
    Просмотров: 1305 | Рейтинг: 0.0/0
    Всего комментариев: 0
    avatar